Ололарҙың һаулығы хәүеф аҫтында

Тулыраҡ: Ололарҙың һаулығы хәүеф аҫтында

Ныҡлы үҙизоляция – коронавирустан һаҡланыу өсөн берҙән-бер алым. Туҡһан йәшкә етеп килеүсе Зәриә һәм Хәмзә Бәшәровтар 62 йыл бергә. Өйҙән сыҡмай ғына йәшәүҙәрен балалары ла хуплай, бар кәрәк-яраҡтарҙы ла үҙҙәре килтерә. Шулай ҙа өйҙә ултырыу мөмкинселеге бар оло йәштәгеләргә лә тәтемәй.

Республика башлығы ветерандарҙың йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән онлайн-күрешеүҙә, һуңғы ике аҙнала каронавирус менән күбеһенсә өлкән йәштәгеләрҙең ауырыуын белдерҙе.

Инфекцион клиника бүлеге мөдире Борис Хейфец әйтеүенсә, майҙа вирус йоҡтороп килгән пациенттарҙың 20 проценты өлкән быуын кешеләре.

Статистика мәғлүмәттәре ҡот осҡос. Республикала тотош ғаилә менән менән ауырыусылар һаны ла арта. Табиптар быны вахтала эшләүселәрҙең ҡайтыуы менән бәйләй.

Йәмәғәт урындарына сығырға тура килгәндә, бирсәткәләр һәм битлектәр вирустан һаҡланыу өсөн иң яҡшы сара икәнлеген оноторға ярамай, тип иҫкәртә табиптар. Туғандар һәм яҡындар менән дә тығыҙ аралашыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә улар