Белгестәр фаразлауынса, быйыл ул көслө булмаясаҡ. Әммә көндәр ҡапыл йылытһа, күп кенә биләмәләр һыу аҫтында ҡаласаҡ. Өфөлә, ғәҙәттә, Ленин районындағы биҫтәләрҙе һыу баҫа. Урындағы хакимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, һыу 900 см-ҙан юғарыраҡ күтәрелгән осраҡта Затон биҫтәһендә 891, Нижегородкала 2 меңдән ашыу йортто һыу баҫыуы ихтимал. Шуға ла төп көстәр хәүеф янаған бидәмәләргә йүнәлтелгән. Район хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләй. Быйыл Ленин районы буйынса ташҡынға ҡаршы 5 штаб, ваҡытлыса йәшәү өсөн 13 урын булдырылған. Был көндәрҙә барлыҡ хеҙмәттәрҙең яҙғы ташҡынға әҙерлеге тикшерелә. Киров районында ла команда-штаб күнекмәләре үтте. Бында 20-гән техника, 5 кәмә һәм йөҙләгән кеше. Киров районындағы майҙанға бөтә хеҙмәттәр йыйылған. Ҡотҡарыусыларҙың әҙерлеге тикшерелә, техникаһы һәм кәрәкле ҡоролмаһы барлана. Белгестәрҙең белем кимәле лә баһалана. Сөнки, улар килеп тыуған төрлө хәлдәргә әҙер булырға тейеш. Яңы дамба йөҙләгән йортто ташҡындан ҡоҡарыр тип көтөлә. Сөнки, был урында 2007 йылда Ағиҙел йылғаһы ярынан сығып, өйҙәр һыу эсендә ҡалды. Яңы һаҡланыу сараһы 150 метр самаһы һәм ике рәтле буласаҡ. Ул йылғаның 7 метрғаса күтәрелеүенә иҫәпләнгән.Оператив төркөмгә 20 мең кеше инә, 5 меңдән ашыу берәмек техника йәлеп ителә. Ташҡын булған осраҡта, халыҡҡа ваҡытлыса һыйыныу өсөн 480 урын әҙерләнгән. Өфөлә халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 60 пункт ойошторолған. Уларҙың береһе Йәшел сауҡалыҡ шифаханаһында урынлашҡан.Әгәр ҙә ҡар иреүе шәбәйһә Республикала 256 ауыл һәм ҡалаға ташҡын янаясаҡ. Әммә, әлегә ныныслыҡ һаҡлау кәрәк тип белдерә ҡотҡарыусылар. Әммә, әйберҙәрҙе йыйнап, төрлө хәлгә әҙер булырға ла кәрәк тип иҫкәртә белгестәр. Ошо көндәрҙә яҙғы ташҡын тураһында аныҡ мәғлүмәттәр иғлан ителә.Быйыл Өфөлә йылғалар кимәленең 7 метрға тиклем күтәрелеүе күҙаллана. Ә айырым урындарҙа унанда күберәк булыуы ихтимал. Шуға ла гидротехник ҡоролмаларҙың ныҡлығына быйыл айырыуса ҙур иғтибар бирелергә тейеш. Яҙғы ташҡын апрель айында торасаҡ һауа торошона бәйле буласаҡ, ти белгестәр. Шуға ла ҡотҡарыусылар халыҡты һәр ваҡыт уяу булырға саҡыра.
Башҡортостан яҙғы ташҡынға әҙерләнә
Тулыраҡ: Башҡортостан яҙғы ташҡынға әҙерләнә