Әле һәр районда ташҡынға ҡаршы комиссиялар ойошторолған. Республика кимәлендә оператив штаб та эшләй. 21 муниципалитетта боҙ ҡарайтылған, ун өсөндә-ҡырҡылған. Ошо көндәрҙә гидротехник ҡоролмаларҙа күнекмәләр ҙә үтәсәк.
Яҙғы ташҡын осоронда Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы көсәйтелгән эш режимына күсә. Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров һыу баҫыу ихтималлығы булған биләмәләрҙә йәшәүселәрҙең исемлеген төҙөргә, ваҡытлыса йәшәү урындарының әҙерлеген тикшерергә ҡушты.
Белгестәр фаразлауынса, быйыл яҙғы ташҡын көслө буласаҡ. Ҡарҙағы һыу запасы шуға ишаралай. Шулай ҙа күп нимә һауа торошона бәйле. Әлегеләй булһа, ташҡын кимәле күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән артып китмәҫ, тип көтөлә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Өфө янында Ағиҙел һәм Дим йылғалары күтәрелә башлаған.







