Яҙғы ташҡынға һәм янғындарға бәйле хәүефле осорға әҙерлек

Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында "Яҙғы ташҡынға һәм янғындарға бәйле хәүефле осорға әҙерлек" мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты.
  • Яҙғы ташҡынға һәм янғындарға бәйле хәүефле осорға әҙерлек

Кәңәшмәне Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев үткәрҙе. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, илдең байтаҡ өлөшөндә норманан артығыраҡ ҡар яуған. Февраль аҙағында, март башында илдең Европа өлөшөндә температураның бер төшөүе, бер күтәрелеүе көтөлә. Үҙ сиратында был һыу кимәленең артыуына килтереүе ихтимал.

Дмитрий Патрушев билдәләүенсә, Ростехнадзорға төбәктәр һәм Федераль ведомстволар менән берлектә гидротехник ҡоролмаларҙы даими тикшереп торорға кәрәк. Хужаһыҙ объекттарға айырыуса иғтибар балап ителә. Былтыр Башҡортостанда март урталарынан һыу таша башлағайны. Һыу баҫыуҙың 63 осрағы теркәлеп 122 торлаҡ йорт, 341 йорт биләмәһе һыу аҫтында ҡалғайны. Быйыл Буй йылғаһы бассейнында ҡарҙа һыу запасы норманан 44 процентҡа күберәк, Ағиҙел йылға бассейнында, киреһенсә, аҙыраҡ. Республика биләмәһендә, 65 урында боҙ тығылыуы ихтимал. Яҙғы ташҡынға 3 мең 400 берәмек махсус техника, вертолет һәм пилотһыҙ авиация йәлеп ителәсәк. Былтыр урман янғындарын һүндереүгә илдә 20 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Быйыл иҙә был һан 7 миллиард һумға арттырыла. Рәсәй президенты указына ярашлы, 2030-сы йылға тиклем урман янғындары майҙанын ике тапҡырға кәметеү бурысы тора. Бынан тыш, быйыл асыҡланған янғындарҙың 85 проценты тәүлек эсендә һүндерелергә тейеш. Тәбиғәт янғындарын һүндереүгә быйыл Башҡортостанда 7 мең 500 кеше, бер меңдән ашыу техника йәлеп ителәсәк. 16 марттан күнекмәләр башлау ҙа ҡарала.