Күҙаллауҙарға ҡарағанда, Республикала һауа температураһы тейешле норманан 6 градусҡа юғары буласаҡ. Әгәр, көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуһа, Башҡортостанда 300-ҙән ашыу ауылдың һыу аҫтында ҡалыуы бар. Уларҙа 86 меңдән күберәк кеше йәшәй.
Росгидромет мәғлүмәттәре буйынса, Ағиҙел, Һаҡмар һәм Оло Ыҡ йылғаларында ғәҙәттәгенән иртәрәк боҙ китеүе күҙаллана. Шуға күрә, яр буйҙарында урынлашҡан ауылдарҙы һәм өйҙәрҙе һыу баҫыуы мөмкин.
Бынан тыш, Инйәр, Эҫем, Йүрүҙән, Әй, Өршәк йылғаларында боҙ тығындары булыуы ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 21 районда боҙ ҡарайтылған, 13-дә бысылған. Бөтә гидротехник ҡоролмалар ҙа тотороҡло хәлдә һәм оло һыуҙы үткәрергә әҙер. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжеты.
Зөфәр Шәйехов бына инде 50 йыдан ашыу Нижегородка биҫтәһендә тормош көтә. Ошо ваҡыт арауығында күпте күрергә тура килде, Аллаға шөкөр, инде нисәмә йыл ҙур һыу өйҙәребеҙгә яҡын килмәй, ти ир. Шулай ҙа...Яҙ ваҡытында был биҫтәлә йәшәүселәрҙе рәсми булмаған ике төркөмгә бүлергә мөмкин: берәүҙәр юҡ, ҙур һыу килмәҫ, барыһы ла яҡшы булыр, ти. Икенселәр иһә кәмәләр, итектәр, аҙыҡ-түлек әҙерләй. Фина Дәүләтгәрәева тормош иптәше менән 50 йылдан ашыу донъя көтә. Тәбиғәтте бер ҡасан да теүәл генә алдан күҙаллап булмай, ти ҡатын. Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәр бер нисә йыл инде «ҙур һыу» күрмәгән. Шуға ҡарамаҫтан, ҡотҡарыусылар ял итмәй: граждандарҙы яҡлау һәм янғындарҙан һаҡлау хеҙмәте яҙ көнө даими рейдҡа сыға.
Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре һәр йортҡа тиерлек инеп халыҡҡа ташҡын ваҡытында үҙеңде нисек тоторға, нимә эшләргә кәрәклеге тураһында брошюралар таратты. Хәлде һауанан ғына түгел, йыһандан да күҙәтәләр. Белгестәр юлдаштарҙы һәм пилотһыҙ осоу аппараттарын йылғаларҙағы боҙ торошон һәм ҡарҙың иреүен күҙәтеү өсөн ҡуллана.Хатта йорттарҙы һыу баҫа башлаған осраҡта ла ярҙам оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ, тип ышандыра ҡотҡарыусылар. Тәүлек әйләнәһенә инженер хеҙмәттәре дежурҙа тора, авария бригадалары эшләй. Ә ҡотҡарыусылар боҙ ҡатламын шартлата.Башҡортостанда боҙҙоң иртә китеүе көтөлә: Ағиҙел, Һаҡмар һәм Оло Эйек йылғаларының үрге ағымында ул норманан бер аҙнаға иртәрәк башланыуы ихтимал. Ҡалғандары апрель башында. Һыуһаҡлағыстарға килгәндә, улар ташҡынды үткәреүгә әҙер.







