Фольклориадаға әҙерлек, вакцинация, “Инцидент-менеджмент” системаһы

Тулыраҡ: Фольклориадаға әҙерлек, вакцинация, “Инцидент-менеджмент” системаһы

Фольклориадаға әҙерлек, вакцинация, “Инцидент-менеджмент” системаһы, Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендәге үткәүел һәм халыҡ именлеге мәсьәләләре. Был һорауҙар ҡала хакимиәтендә сираттағы оператив кәңәшмәлә ҡаралды. Хәбәрсе. Өфө ҡала хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмә Фольклориадаға әҙерлекте барлау менән башланды. Билдәле булыуынса, республикаға 39 ил вәкиленең килеүе көтөлә. Фольклориаданы уҙғарыу өсөн өс меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән. Халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале 3-нән 10 июлгәсә үтә. Вакцинация-көнүҙәк мәсьәлә. Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар күбәйә. Ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең 71 проценты, Өфө предприятиеларында 30 мең эшсе, мәҙәниәт учереждениелары хеҙмәткәрҙәренең 42, мәғариф учереждениеларының 44 проценттан ашыу хеҙмәткәре коронавирустан прививка яһатҡан, тип белдерҙе Хакимиәттең эштәр менән идара итеүсеһе. “Инцидент-менеджмент” системаһы мәсьәләне хәл итергә ярҙам итә. Төҙөкләндереү, машина ҡуйыу урындары, ҡалалағы яман еҫ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм башҡалары. Июнь айында 1919-н ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Өфө халҡы ҡалалағы яман еҫкә зарлана ине. Белгестәр бының сәбәбе тип елһеҙ эҫе көндө һәм Черкассы полигонындағы сүп- сарҙың яныуын атаны. Зәки Вәлиди урамы һәм Салауат Юлаев проспекты үткәүелендә реконструкция эштәре дауам итә. Әле урында 84 хеҙмәткәр һәм 15 берәмек техника эшләй. Эштәр график буйынса бара. Оператив кәңәшмәлә халыҡ именлеге мәсьәләләре лә ҡаралды. Июнь айында баш ҡалала янғын сығыуҙың 45 осрағы теркәлгән. Бәхеткә күрә, үлем осраҡтары юҡ. Әле өйҙәр буйлап 86 рейд ойошторолған. Шулай уҡ был айҙа йылға-күлдәрҙән 29 ял итеүсе һыуға батыуҙан ҡотҡарылған, шуларҙың араһынан 13 –ө бала. Ә юл ремонты мәсьәләләренә килгәндә иһә әле 5778 квадрат метр майҙанға 963 тонна асфальт һалынған. М.Ғафури, М.Кәрим, Чернышевский, Достоевский, Минһажев, Зенцов, Туҡай һәм Сочи урамдарындағы үткәүелендә юл билдәләре һыҙылған.