Әле грипп миҙгеле башланмаған, быйыл уның штаммы үҙгәрә, тип билдәләй белгестәр. Эпидемиологтар алдан вакцина ҡаҙатыу кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Прививка эшләтеү кампанияһы башланды һәм декабрь башына тиклем дауам итә. Айырым иғтибар балаларға, ауырлы ҡатындарға, ололарға һәм хроник сир менән яфаланыусыларға. Медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм студенттар мотлаҡ вакцина яһатырға тейеш. Әлегә 500 мең кеше вакцина эшләткән. Быйыл гриптың А вирусының ике төрө Миссури һәм Дарвин, В вирусының Токио төрөнә ҡаршы прививка яһала. Табиптар октябрь аҙағына тиклем вакциянация үтергә саҡыра.
Республикала респиратор вирус йоҡтороусылар артҡан
Бер аҙна эсендә 18 мең самаһы кеше ОРВИ, грипп һәм ковид менән ауырыған.







