Башҡортостанда үткән тәүлектә тағы ла 315 кеше коронавирус инфекцияһын йоҡторған. 16 кеше сирҙән арына алмай вафат булған.
Әлегә дауаханаларҙа 737 пациент дауа ала, улаҙың 54-те ауыр хәлдә. Республика халҡы прививканы әүҙемерәк яһата башлаған. Ковидтан вакцинаны бер миллион йөҙ егерме меңдән ашыу кеше һалдырған. Шуларҙың 11 мең тирәһе прививканы үткән тәүлектә яһатҡан.
Тулыраҡ мәғлүмәт: https://gtrk.tv/novosti/239265-bashkirii-minuvshie-sutki-zaboleli-eshchy...