Коронавирустан ревакцинация буйынса республика әүҙем, ә бына ГРИПП-тан прививка яһатыуҙы ойошма-предприятиелар иҫәбенә башҡарыу һәм арттырыу күҙаллана.
80 йәшен ҡыуып килеүсе Тәлғәт Сотанов, коронавирусҡа ҡаршы прививканы беренсе тапҡыр ғына яһатмай. Табип әйткән кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалһаң, прививканы ла еңел үткәрергә мөмкин, ти ул.
Яҙлы-көҙлө миҙгел ауырыуы – гриптың да ҡоторған мәле. Өлкән йәштәгеләр араһында ковидтан ғына түгел, ә был мәкерле вирусҡа ҡаршы ла прививка яһатыусылар ҙа байтаҡ.
Табиптар белдереүенсә коронавирус менән сирләүселәр һаны көндән-көн арта. Шулай уҡ грипп менән ауырыусылар ҙа күбәйә. Ике осраҡтала, ныҡлап ауырып китмәҫ өсөн ваҡытында прививка яһатыу, ти белгестәр.
Грипҡа ҡаршы ла республикаға препараттың 790 дозаһы ҡайтарылған. Прививка яһатырға теләгән һәр кем үҙе теркәлгән поликлиникаға мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн бары тик табипҡа күренергә, тикшерелергә һәм ризалыҡ биреү ҡағыҙын ғына тултырырға кәрәк.
Сирҙе дауалауға ҡарағанда профилактикалау еңелерәк, ти табиптар. Кеше күп йыйылған ергә йөрөүҙе сикләү, йәмәғәт транспортында битлек кейек, ҡулдарҙы даими йыуыу....ә инде хәлегеҙҙең насарайғанын тойған саҡта, тиҙ-арала табипҡа мөрәжәғәт итеү.