Коллектив иммунитет булдырыу өсөн халыҡтың 60 процентына йәғни 2 миллион 400 меңдән ашыу кешегә, шул иҫәптән 600 меңдән ашыу балаға прививка эшләтергә кәрәк. Үҙҙәре килә алмаған граждандарға өйҙә прививка яһатырға тәҡдим итәләр. Был хеҙмәт менән 60 йәштән өлкән, йөрәк, үпкә, шәкәр диабеты сирҙәренән һәм артыҡ ауырлыҡтан яфаланған пациенттар файҙалана ала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы берәүҙәргә прививка эшләтергә ярамай. Тауыҡ аҡһымына аллергия булыусыларға, прививка ауыр реакция тыуҙырһа, уны яһатмаҫҡа мөмкин. Температура күтәрелһә, вакцинация 2-3 аҙнаға күсерелә, сөнки организмдың реакцияһын белеп булмай.
Башҡортостанда грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә
Ноябрь уртаһына республикала 1 миллион 500 меңдән ашыу кеше гриптан прививка яһатҡан.







