Дүрт сәғәт, 58 һорауға яуап, мөһим фекерҙәр

Тулыраҡ: Дүрт сәғәт, 58 һорауға яуап, мөһим фекерҙәр

Башҡортостан башлығы тура бәйләнеш үткәрҙе. Дүрт сәғәт эсендә республика халҡы һәм журналистар алтмышҡа яҡын һорау биреп уларға йөкмәткеле яуап алды.

Кешеләрҙе тәү сиратта битлек режимының ҡасанға тиклем дауам итере, пандемия мәлендә күмәк саралар үткәреү ихтыяжы, йәмәғәт транспорты эше, республикала футбол менән хоккейҙың үҫеше, “Сода” предприятиеһының киләсәге, Өфөнө төҙөкләндереү, урындарҙа мәҙәниәт усаҡтарын яңыртыу, Салауат Юлаев һәйкәлен ҡотҡарыу, яңы музейҙар асыу, тәбиғи янғындар менән көрәшеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡыҙыҡһындырҙы. Радий Хәбировҡа шулай уҡ төбәктә коррупция осраҡтары, министрҙарға ҡарата енәйәт эштәре, үҙеңде юғары ҡатламға хас тотош — “байство”, ил президенты, Башҡортостандың элекке етәкселәре менән мөнәсәбәттәр, Башҡортостанда алмашҡа килеүсе тураһындағы һәм шәхси һорауҙарға ла яуап бирергә тура килде.