Өфөнән бәләкәй малай Тура бәйләнеш ваҡытында республика башлығына һорау бирҙе

Шәхсән һорау биреү мөмкинлеге тураһында Солтанморат Ғиззәтуллин радионан ишеткән.

Ул ҡасан башҡортса йәнһүрәттәр, билдәле йәнһүрәттәрҙең башҡортсаға тәржемә ителгәндәре барлыҡҡа киләсәк тигән һорау бирҙе. "Башҡортса йәнһүрәттәр бар. Һорау биргән өсөн Яңы йылға рассәм-карикатурист Камил Буҙыҡаев төшөргән һинең портретыңды бүләк итермен" — , тине Радий Хәбиров