Республика башлығы тура бәйләнеш ваҡытында пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡлау тураһында аныҡлап һөйләне

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге минуттарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеште Башҡортостан 24, Рәсәй 24 телеканалдары эфирында күҙәтергә мөмкин. Эфирҙы "Башҡортостан 24" телеканалында төнгө 12-нән ҡабаттан ҡарарға мөмкин.
Махсус хәрби операция башланған осорҙа предприятиеларҙы пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡлау системаһы сикле ине, сөнки бындай һөжүмдәргә әҙер булманыҡ. Бөгөн хәүеф барлығы асыҡланғас та, бөтә ашығыс хеҙмәттәр тулыһынса әҙерлек хәленә килтерелде.
«Беҙгә был мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә тура килде. Юл карталарын ҡабул иткән, пассив һәм әүҙем һаҡланыу алымдарын билдәләгән бер нисә ысулды билдәләнек. Пассив сараларҙан — металл селтәрҙәр, ул бик һөҙөмтәле. Пилотһыҙ аппаратты тотоп ҡала, шартлау ҙур зыян килтермәй», — тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге минуттарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеште "Башҡортостан 24", "Рәсәй 24" телеканалдары эфирында күҙәтергә мөмкин. Эфирҙы "Башҡортостан 24" телеканалында төнгө 12-нән ҡабаттан ҡарарға мөмкин.