Ире махсус хәрби операцияға киткәс, ҡатыны уның урынына ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп тәғәйенәләнә. Баҡтиһәң, ҡатыны ире менән ике ай аралаша алмаған һәм Тура бәйләнеш ваҡытында уларға осрашырға насип булған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге минуттарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеште "Башҡортостан 24", "Рәсәй 24" телеканалдары эфирында күҙәтергә мөмкин. Эфирҙы "Башҡортостан 24" телеканалында төнгө 12-нән ҡабаттан ҡарарға мөмкин.







