Уны "Башҡортостан 24" телеканалы тура эфирҙа, төнгө ун икелә ҡабатлап күрһәтте. Телевидение һәм радиоканалдар эфирында һөйләшеү 4 сәғәт ярым тиерлек барҙы. Төбәк етәксеһенә тура эфира ваҡытында ғына 8 мең ярым һорау килде. Уларҙың һәр береһе эшкәртелеп, төрлө министрлыҡ-ведомстволарға тапшырыла һәм тейешенсә яуап бирелә. Радий Хәбировҡа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы журналистары Алексей Агров, Ғәлимйән Ибатуллин һәм Алина Зинаттуллина һорауҙар бирҙе.
Башҡортостан халҡын төрлө һорауҙар борсой. Беренсе урында юлдар, төҙөкләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре тора. Шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең һәм медицина буйынса проблемалар бар. Әммә, тура бәйләнеш барышында төп иғтибар махсус хәрби операцияға бүленде.Башҡортостан быйыл махсус хәрби операцияға 26 миллиард һум аҡса йүнәлткән. Ә план буйынса 32 миллиард һум ҡаралған. Ошо турала тура бәйләнеш барышында Радий Хәбиров белдерҙе. Уның әйтеүенсә, республика иҡтисадын етди һынау көтә. “Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусылар, әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм резервҡа ебәрелгәндәр, фронттан һуң да уҡыуын дауам итә аласаҡ. Был турала Тура бәйләнеш ваҡытында республика башлығы белдерҙе. Ошо һорау менән махсус хәрби операция биләмәһенән “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының айырым реактив артиллерия батареяһы командиры Александр Козоногов мөрәжәғәт итте.
"Башҡортостан геройҙары" программаһы мотлаҡ дауам итәсәк. Беҙ махсус хәрби операция ветерандары һәм унда ҡатнашыусылар өсөн программаға бик етди ҡарайбыҙ, тине Радий Хәбиров. Республика пилотһыҙ осоу аппаратары һөжүмен кире ҡағырға әҙер. Башҡортостан Башлығы билдәле хәрби хәбәрсе, беҙҙең коллега Эмиль Тимашев һорауына яуап биреп, шулай тип белдерҙе. Уның әйтеүенсә, һуңғы арала төбәктә пилотһыҙ осоу аппараттары хәүефе тураһында йыш иғлан ителә. Әммә, осоп килгән дрондар юҡ ителә һәм предприетелар ғәҙәти тәртиптә эшләй, халыҡҡа хәүеф янамай.
Курск менән Украина сигендә алышыусы яугир Айҙар Мирхәйҙәров тыуған яғы – Нуриман районында юлдар мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Уның әйтеүенсә, ваҡытында трассаны тәртипкә килтергәндәр, әммә юл хәҙер йәнә йөрөрлөк түгел хәлгә килгән. Һуңғы арала республикала сәйәси хәл буйынса төрлө имеш-мимештәр йөрөй. Башҡортостан Башлығы уларҙың барыһына аңлатма бирҙе.Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү мәсьәләһен дә күтәреп сыҡты Радий Фәрит улы. Уның әйтеүенсә, йәмғиәттә уртаҡ фекер булмаһа ла, беҙ һәйкәлде реставрацияларға ҡарар иттек. Ваҡытында ҡуҙғалмаһаҡ, ҡырыҫ тәбиғәт шарттары үҙ эшен ҡылыр ине, тине Радий Хәбиров. 2027 йылдың октябрендә һәйкәлде тантаналы шарттарҙа асыу ҡарала. Радий Хәбиров билдәләүенсә, монументаль скульптура тирәләй шулай уҡ төҙөкләндереү эштәре лә башҡарыласаҡ.Башҡортостан етәкселеге аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн ниәтләнгән. Шуға төбәктә 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән идарасылар командаһын әҙерләү проекты буйынса эш алып барыла.Ааралашыу барышында Урал арьяғы халҡын борсоған Ҡырҡты-тау мәсьәләһе лә күтәрелде.Радий Хәбировҡа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһынан журналистар Алексей Агров, Ғәлимйән Ибәтуллин һәм Алина Зинәтуллина һорауҙар бирҙе. Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә беҙҙең телерадиокомпания хәбәрсеһе Ғәлимйән Ибатуллин Миәкә районынан тура эфирға сыҡты. Ул районда милли брендтарҙы тергеҙеү тураһында һөйләне. Районда өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә балаҫ һуғырға өйрәнә. Милли брендтарҙы терегеҙеү маҡсатында ниндәйҙер проект булырыу мөмкинме? Миәкәләр Радий Хәбировҡа ошондай һорау менән мөрәжәғәт итте. Йыл аҙағына барлыҡ социаль йөкләмәләрҙе үтәү өсөн республикның бөтә мөмкинлектәре бар. "Беҙ аныҡ һандарға таянабыҙ, ниндәйҙер насар күрһәткестәр өсөн нигеҙ юҡ",- тине республика Башлығы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, һуңғы алты йылда республикала тотороҡло үҫеш күҙәтелә.Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында төрлө һорауҙар күтәрелде. Халыҡты юлдар торошо, экология, йылғаларҙың һайығыуы, студенттарҙы уҡытыу, эш урындары, ғалимдарға ярҙам итеү, тарихи объекттар һәм башҡа бихисап мәсьәләләр борсой. Һөйләшеү барышында Радий Хәбиров махсус хәрби операцияның нисек мөһим икәнен һәм артабан да республика, ил өсөн хеҙмәт итәсәген аңлатты һәм төрлө һорауҙан өсөн халыҡҡа рәхмәтен белдерҙе.







