"Башспирт"ты һатыуға бәйле Радий Хәбиров үҙ фекерен әйтте

Уны бер нисә йыл элек, һөҙөмтәһеҙ эшләгән ваҡытта бәлки һатырға мөмкин булыр ине, хатта һораусылар ҙа бар.
"Башспирт"ты һатыуға бәйле Радий Хәбиров  үҙ фекерен әйтте

Әммә бөгөн ул беҙгә миллиардтарса килем бирә. Шуға күрә предприятиены һатыу тураһында һүҙ бармай. Радий Хәбиров "Башспирт"тың генераль директоры Рәиф Әбдрәхимовҡа һәм вице-премьер Алан Марзаевҡа ҡарата Енәйәт эштәренә бәйле фекерен дә еткерҙе. "Юридик белемле кеше булараҡ уларға ҡарата ғәйепләүҙәргә ҡарата кеше булараҡ эстән риза түгелмен", — тине төбәк етәксеһе.