Оператив кәңәшмә

Оператив кәңәшмә

Бер урынға 49 кеше. Республика колледждарында информатика һәм иҫәпләү техникаһы йүнәлешенә ошондай конкурс кимәле теркәлгән. Мәғариф һәм фән министрлығы быйылғы ҡабул итеү кампанияһына йомғаҡ яһаны. Мәктәп тамамлаған уҡыусыларҙың 80 процентҡа яҡыны һөнәри белем алыр өсөн республика юғары уҡыу йорттарын һайлаған. Ә бына урта-һөнәри белем алырға теләгәндәрҙең барыһы ла һайлаған йүнәлеш бүлегенә инә алмаған. Радий Хәбиров бөгөн юғары ихтыяж файҙаланған информатика һәм иҫәпләү техникаһы белгестәрен әҙерләү йүнәлеше буйынса уҡыу урындарын арттырыу йөкләмәһен бирә.

Яңы уҡыу йылы алдынан төбәк етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарҙың балаларына ярҙам күрһәтергә ҡушты. Урындағы етәкселек шулай уҡ һауа шарттарын иҫәпкә алып янғын хәүефһеҙлеген етди иғтибарға алырға тейеш.

Республика етәксеһе халыҡтан йәшел үҫентеләрҙең ҡороп ултырыуы тураһында мөрәжәғәттәр ҡабул иткән. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт министрлығы һыу һибеүҙе тейешенсә ойоштороу буйынса йөкләмә ала.

Ураҡ эштәрендә мәшғүл эшсәндәргә иһә уңышты йыйып алыр өсөн сыуаҡ көндәрҙең тағы ла ике аҙна үҙгәрмәй тороуы кәрәк. Илшат Фазрахманов белдереүенсә, әлегә өс миллион тоннанан ашыу иген йыйып алынған. Гектар ҡеүәте уртаса 29,6 центнер. Һигеҙ районда майҙандарҙың 70 проценты урып йыйылған. Аграрийҙар ҡарабойҙай, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш баҫыуҙарына тотонған. Мал аҙығы буйынса талап ителгән күләмдең 86 проценты әҙерләнгән.

“Башҡортостан ихаталары” комплекслы төҙөкләндереү программаһына ярашлы 200 биләмәнең 125-ендә эштәр йомғаҡлау мәлендә, 59-ында тулыһынса тамам, тип белдерҙе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова. Программаны дауам итеү зарур, тине Радий Хәбиров.

Халыҡ “Әүҙем оҙон ғүмер” сәйәхәтсе программаһы өсөн дә рәхмәтле. Республика башлығы пенсионерҙар менән аралашып был программаны киңәйтеү тураһында ҡарарға килгән.

Башҡала халҡы Өфө урамдарына ҙур класлы автобустар сығыуына ла ҡәнәғәт. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, “Башавтотранс” дүшәмбе алынған 37 автобусҡа өҫтәп йыл аҙағына тиклем йәнә 70 машина ҡабул итергә әҙерләнә. Ә бына коммуналь техника яҡын арала ҡабат алынмай. Муниципалитеттарға ҡышҡы миҙгелгә ғәмәлдәге техникаға иҫәп менән әҙерләнергә тура киләсәк.

Ә бына төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусылар алдында бурыс ҡалмаҫҡа тейеш. Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Башстрой» һәм «Башхимремонт» компаниялары өлөшсөләренә киләһе йома көндө үк фатир асҡыстарын тапшырып Стәрлетамаҡ өсөн был проблеманы бөтөрөү йөкләмәһен бирҙе.

Коронавируслы инфекцияға ҡаршы вакциналау күрһәткестәре буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә тәүге биш төбәк исемлегендә. Һаулыҡ һаҡлау министры иммунизация кимәле 12 ярым процент, тип белдерҙе. Төбәктә 2 миллион 900 мең кеше вакцина яһатҡан, шуларҙың 8 меңе – балалар.