Махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе хәстәрләргә кәрәк. Ошо хаҡта Радий Хәбиров "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең сәйәси советында белдерҙе. Киңәйтелгән ултырышта төбәк етәксеһе фирҡә ағзаларын 16 сентябрҙә Шишмә районына Рәсәй Геройы Максим Серафимов хөрмәтенә стела асыу тантанаһына саҡырҙы.Геройҙарға һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһен сәйәси совет ултырышында ҡарауҙың сәбәбе бар – "Берҙәм Рәсәй" халыҡ тарихын һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы бойомға ашыра. Республика көнө уңайынан Өфөлә генерал Шайморатов һәйкәлен асыу ошо илһөйәрлек бурысын үтәүгә дәлил. Был ижтимағи-сәйәси сара Рәсәй халыҡтары дуҫлығын нығытыуға иҫәпләнгән. Радий Хәбиров фирҡә ағзаларын махсус хәрби операция маҡсаты һәм бурыстары тураһында аңлатыу эштәре алып барырға өндәне. Сәйәси совет ултырышы көн тәртибендәге йәнә бер мөһим мәсьәлә – Башҡортостанда 2023 йылда һайлау үткәреүгә әҙерлеккә ҡағылды. Республика башлығы төбәктә һайлау кампанияһына старт биреп һайлау алды штабын ойошторорға ҡушты.
Башҡортостанда һайлауға әҙерлек башланды
Республика башлығы төбәктә һайлау кампанияһына старт биреп һайлау алды штабын ойошторорға ҡушты