Баймаҡ районы халҡы һаулауҙарға ихлас ҡушылды

Ғәҙәттәгесә, был юлы ла ауыл халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтте.
  • Баймаҡ районы халҡы һаулауҙарға ихлас ҡушылды

Таулыҡай ауылы биләмәһендә лә ул бик ойошҡанлы үтте. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.

Таулыҡай ауыл биләмәһенең Сыңғыҙ ауылында тәүге һайлау көнө тантаналы шарттарҙа асылды. Унда ауыл хакимиәте башлығы Ҡәйүм Уразбаев ҡатнашты. Тәүге һайлаусы булып килгән Айбулат Хәлиловҡа 1023-сө һайлау участкаһынан иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Иртә менән һайлау участкаһына килгән өлкән быуын вәкилдәренән йәштәр ҙә ҡалышманы. Ауылдың күп балалы Моталлаповтар ғаиләһе буласаҡ депутаттар өсөн балары менән бергә тауыш бирҙе.

Бейей-бейей һайлауға. Сыңғыҙ ауылында иң өлкән һайлаусыларҙың береһе, “Байыҡ” телевизион конкурсы лауреаты Әнүәр Солтангилдин һайлау участкаһына иртә менән килеүселәрҙе дәртле бейеү башҡарып ҡаршыланы.

Сыңғыҙ ауылында оло йәштәге, һаулыҡ мөмкинлеге сиклеләр өсөн өйҙә һайлатыуҙар үтә. 94 йәшлек Сәлиха Буранғолова комиссияны ихлас ҡаршы алды. Бюллетендар менән танышып, үҙ тауышын бирҙе.

Таулыҡай ауылында ла һайлау әүҙем барҙы. Уҡытыусылар коллективы берҙәм килеп үҙ тауышын бирҙе. Ғаиләр менән килеүселәр ҙә күп булды.

1022-се һайлау участкаһының ойоштороусылары балаларға күңелле уйындар уйнатып, тәмлекәстәр таратты. Мәктәп уҡыусылары араһында көҙгө кросс үтте. Оло һайлаусылар ҙа үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә теләп килде. 86 йәшлек Фәүзиә Кейекбаева 100-сө һәм иң оло йәштәге участка һайлаусы булараҡ бүләкле булды.

Буранбай ауылының 1024-се һаулау участкаһына “Гәүһәрҙәр” ансамбле коллектив менән килде. Улар хатта һайлауға бағышлап таҡмаҡтар ҙа сығарған.

Буранбай халҡы өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре дәртле йыр-бейеүҙәрҙән торған бай йөкмәткеле концерт әҙерләне. Йәрминкә ойошторолдо. Таулыҡай ауыл биләмәһе халҡы һайлауҙарға яуаплы ҡарап тәүге көндә үк күбеһе тауыш бирҙе.