Өс көнлөк һайлауҙарҙың тәүге өс сәғәтендә үк Башҡортостанда йәшәүселәр 100 процент тауыш биреп өлгөрҙө, Рәсәй һайлау участкаһына беренсе булып килгән, Париждар, хатта Марста йәшәүселәр ҙа сәйәси кампаниянан ситтә тороп ҡалманы. Һүҙ әлбиттә республикалағы үҙенсәлекле атамалы ауылдар һәм исемдәр хаҡында. Быйылғы сәйәси кампания ысынлап та берҙәм шарттарҙа үтте.
Асҡын районындағы Башҡортостан ауылы халҡы исеменә тап төшөрмәйенсә, беренсе булып һайлауҙың тәүге сәғәттәрендә үк берҙәмлек өлгөһө күрһәтте. Йома иртәһендә үк улар 100 процент тауыш биргән. Урындағы халыҡ матур йоланы дауам итеп, Иҫке Ҡаҙансы ауылындағы 916-сы һайлау участкаһына бергәләп килгән.
Венеция менән Марста йәшәүселәр ҙә һайлауҙарҙа юғары әүҙемлек күрһәтте. Һүҙ Италиялағы ҡала менән йыһандағы планета тураһында түгел, ә Кушаренко һәм Дүртөйлө райондарындағы ауылдар хаҡында.
Пензала йәшәүселәр ҙә һайлауҙан ятып ҡалырға теләмәйенсә Шишмә районы Дурас ауылына барып еткән. Һүҙ әлбиттә ҡала тураһында түгел, ә бер нисә саҡрымда ғына ятҡан Пенза ауылы хаҡында. Оло йәштәге инәйҙәр конституцион хоҡуғынан файҙаланыр өсөн велосипедтарына атланған.
Кем атта, хатта мотоблокта ла һайлау участкаһына килеп етәләр. Йылайырҙар мөһим сәйәси саранан ятып ҡалмаҫ өсөн транспортын да, сараһын да тапҡан. Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ егеттәре иһә ауылдаштарына ысын байрам кәйефе һәм рух өҫтәп участкаға милли кейемдәрҙә һыбай елдереп килгән.
Башҡортостанда һайлауҙарға милли кейемдә килеү күптән инде матур йолаға әүерелгән. Был бер үк ваҡытта илдең берҙәмлеге өлгөһө. Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылында бындай башланғыстар тағы ла ҙурыраҡ мәғәнә бирә.
Благовещенда үҙҙәренең иң бәхетле минуттарын кисергән йәш пар ҙа мөһим кампаниянан ситтә ҡалмай. Улар ЗАГС-тан тура һайлау участкаһына килеп тауыш биргән. Яңы ғаилә башлығы билдәләүенсә, улар киләсәккә яуаплы ҡарай.
Әлшәй районы мәҙәниәт һарайында никахтарын теркәгән Ҡорбанғоловтар иһә тантаналы саранан айырылмайынса бындағы һайлау участкаһында гражданлыҡ бурыстарын үтәгән.
Кумертауҙағы һайлау участкаларының береһендә хатта Ҡыш бабай менән Баба Яга килеп депутаттарға тауыш биреп сыҡҡан. Яуаплы сәйәси сара булһа ла бында байрам кәйефенә һәм мәрәкәгә һәр саҡ урын бар. Комиссия ағзалары ла мәрәкәне аңлап ҡабул иткән.







