Тап Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән күп закондар федераль йыйылыш түбәнге палатаһының уҙған саҡырылышы менән тығыҙ эшләү һөҙөмтәһендә федераль закон статусын алды һәм тәҡдимдәр һаны буйынса беҙҙең республика алдынғы төбәк булараҡ танылды. Был эштең дауамы ла буласаҡ парламентҡа бәйле, ти Дәүләт йыйылышы рәйесе вазифаһына ваҡытлыса башҡарыусы Илшат Тажетдинов .
Парламентарийҙар яуаплығы
Федераль парламентҡа һәм Ҡала Советына депутаттар һайлауға төбәк закондар сығарыу палатаһы ла ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай.







