Рәсәйҙә һайлау йомғаҡтарын барлайҙар

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, учаска һайлау комиссиялары протоколының 96 процентын тикшергәндән һуң "Берҙәм Рәсәй" 57,82 процент самаһы тауыш йыйҙы, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы.
  • Рәсәйҙә һайлау йомғаҡтарын барлайҙар

Дәүләт Думаһына шулай уҡ 13, 8 процент тауыш менән Рәсәй коммунистар партияһы, 9 самаһы процент менән либераль демократтар, 97 процент менән "Новые люди" партиялары үтә. Башҡортостанда һайлауҙа халыҡтың 80,43 проценты ҡатнашҡан.

Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Берҙәм Рәсәй» – 65, КПРФ – 9,37, ЛДПР – 8, «Ғәҙел Рәсәй» – 7,42, «Яңы кешеләр» – 7,22 процент тауыш йыйған.