Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы - ауыл ерлегәндә бик күп күләмле эштәр башҡарырға мөмкинлеклек бирә. 2021-се йылда, мәҫәлән, Гөмбә ауылындағы клуб түбәһе яңыртылып, 2022-се йылда Ҡашҡа ауыл зыяраты кәртәләнеп алынған.
Ә быйыл, 2023-сө йылға, ауыл халҡы МТЗ тракторы алырға ҡарар итте. Конкурста еңгән осраҡта, техника ҡышҡы осорҙа урамдарҙы ҡарҙан таҙартырға, йәйен үлән сабыу, сүп-сарҙан таҙартыу мәсьәләләрен хәл итергә булышлыҡ итәсәк.
Проекттың дөйөм суммаһы — 2 миллион 800мең һум. Республика ҡаҙнаһынан 1 миллион, район хакмиәтеннән – шулай уҡ 1 миллион бүленә, халыҡтан 500 мең, бағыусыларҙан 300 мең йыйырға ҡарар ителгән.
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында Асҡын районының Ҡашҡа ауылы 4-се йыл рәттән ҡатнаша
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында Асҡын районының Ҡашҡа ауылы 4-се йыл рәттән ҡатнаша.