Ауыл халҡының тормош шарттары яҡшырырға тейеш

Ауыл халҡының тормош шарттары яҡшырырға тейеш.

Асҡындағы Солтанбәк биләмәһендә йәшәүселәр үҙиғәнә һәм дәүләт ярҙамы менән быйыл МТЗ 82 тракторына тағылмалы арба алырға ниәтләй. Ҙур перфоратор һәм генератор көндәлек кәрәк-яраҡтар иҫәбенән, ти Солтанбәк ауылы биләмәһе башлығы Лилиә Ғиләжева.

Беҙ МТЗ тракторына үҙбушатҡыс тағылмалы арба, шулай уҡ, ауыл зыяратында туңташлы ер ҡаҙыу өсөн перфоратор һәм бензин генераторы һатып алырға ҡарар иттек. Ошо проектты яҡлап төрлө мәҙәни һәм спорт саралары үткәрәбеҙ. Күптән түгел, ауыл йәштәрен йыйып волейбол турниры, «Кис ултырыу» һәм башҡа саралар ойошторҙоҡ. Был проект тормошҡа ашыр, ауыл өсөн кәрәк булған үҙбушатҡыс арба, перфоратор һәм бензин генераторлы булырбыҙ, тип ышанабыҙ.