Быйыл ауылда йәшәүселәр Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, локаль бәрелештәрҙә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫтәлегенә арналған һәйкәл эшләргә ҡарар иткән. Проекттың дөйөм суммаһы – 1 миллион 975 мең һум. Конкурсты уңышлы үтеп сыҡһалар, Ҡашҡалар республика ҡаҙнаһынан 1 млн 200 мең, район бюджетынан — 475 мең 777 һум аласаҡ. Ауыл халҡы иһә — 200 мең һум тапшырасаҡ, бағыусыларҙан 100 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ.
Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы
Асҡын районының Ҡашҡа ауылы Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында 6-сыға ҡатнаша.







