Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү

"Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында Асҡын районының Ҡашҡа ауыл биләмәһе йыл һайын уңышлы ҡатнашып килә.

Быйыл иһә, проектта үҙҙәренең берҙәмлек көсөн һынап ҡарарға биләмәнең Әмир ауылы халҡы теләк белдергән. Конкурста еңгән осраҡта, Әмирҙәр ауыл клубын ремонтларға ниәтләй. Ун кешенән торған инициатив төркөмгә иһә, ойоштороу-аңлатма эшен алып барыу бурысы йөкмәтелде.

Проектты бойомға ашырырға 1 миллион 138 мең һум аҡса кәрәк. Конкурсты уңышлы үтеп сыҡҡанда республика ҡаҙнаһынан 800 мең, район бюджетынан — 202 мең һум аҡса бүленәсәк. Ауыл халҡы дөйөм 64 мең һум тапшырһа, бағыусыларҙан 72 мең аҡса йыйырға ҡала.