Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы Асҡында ҙур хуплау тапты

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы Асҡында ҙур хуплау тапты.

Райондағы ауылдарҙы берләштергән 15 биләмә лә быйылғы конкурста ҡатнашыу теләген белдергән. Уның ярҙамында халыҡ юлдарҙы, зыяраттарҙы төҙөкләндереү, социаль объекттарҙы ремонтлау һәм техника алыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Ҡашҡа ауылы биләмәһендә йәшәүселәр, мәҫәлән, быйыл трактор тағылмаһы һәм ҡар таҙартҡыс ҡоролма ҡайтарырға ниәтләй. Биләмә башлығы Ринат Ғәләүетдинов һөйләй.