Оператив кәңәшмә

Оператив кәңәшмә
Әкрәм Ғәниев Башҡортостан менән бергә йәшәгән, уның менән бергә үҫешкән, уның айырылғыһыҙ өлөшө булған шәхестәрҙең береһе ине. Был турала Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе һәм мәрхүмде хөрмәтләп ерләүҙә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Оператив кәңәшмәлә ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов.Әкрәм Ғәниевтың мәлһеҙ арабыҙҙан китеүе һәм уның рухын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланып китте дүшәмбеләге оператив кәңәшмә. Радий Хәбиров бөтә ғүмерен дәүләт хеҙмәтенә бағышлаған тәжрибәле етәксене юғалтыу ҡайғыһын белдерҙе. Уның ғаиләһенә бар яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушты.Йола буйынса кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр иғлан ителде ултырышта: Азамат Абдрахманов хөкүмәт рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде, министрҙар кабинеты аппараты менән етәкселек тә уның яуаплылығында ҡала. Өфө районы хакимиәтенә контракт буйынса Николай Ельников етәксе булараҡ эшкә алынған. Рөстәм Байкиев Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарасаҡ. 1 ғинуарҙан илдә Берҙәм һалым иҫәбе ғәмәлгә инде. Уның үҙенсәлектәре менән Башҡортостан буйынса Федераль Һалым хеҙмәте етәксеһе таныштырҙы. Йәйге туристик миҙгелгә әҙерлек хаҡында айырым доклад яңғыраны. 2023 йылдың беренсе кварталында ғына туристар һаны 28 процентҡа артыуын иҫәпкә алғанда, йәйге осорҙа Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә теләүселәр күп булмаҡсы. Бының өсөн шарттар булдырыу бөгөн төп бурыс, тине Туризм министры. Йәшәү өсөн тиҙ төҙөлә торған глемпингтар булдырыла. Яңы объекттар өсөн федераль программаларға быйыл 700 миллион һумлыҡ ғариза бирелгән. Былтырғылары буйынса 30 проект тормошҡа ашырыла. Сәйәхәттәр өсөн 1 мең 800 тирәһе маршрут булдырылған, туристик операторҙар һаны 20 процентҡа үҫкән. Туризмдың сара-ваҡиғаларға бәйлеһен тағы ла үҫтереү тәҡдимен Радий Хәбиров муниципаль берәмектәргә тәҡдим итеп бюджетта сығымдарҙы планлаштырырға ҡушты. Оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләрҙең береһе зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү һәм республикала газ үткәргестәр төҙөү. 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән программаға ярашлы, ауыл-ҡалалар араһында 1 мең км-ҙан ашыу торбаүткәргес төҙөлөргә тейеш. Һөҙөмтәлә 26 меңдән ашыу торлаҡ-йорт тәбиғи яғыулыҡ менән файҙаланыу мөмкинлеге аласаҡ. Газ торбалары үткән биләмәләрҙә участокка тиклем бушлай газ һуҙыуға бирелгән ғаризалар, тоташтырылған торлаҡ һаны буйынса беҙҙең республика илдә тәүгеләр рәтендә тиелде докладта. Башҡортостандың ҡалаларҙы үҫтереү институты 4 йыллыҡ эш һөҙөмтәһе менән таныштырҙы. 21 ҡалала һәм 3 тарихи биләмәлә проектлау һәм төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Күп эштәр федераль программаларҙа ҡатнашып еңгән аҡсалар иҫәбенә башҡарылған. Алдағы көндәрҙә үтәсәк сараларҙы анонслап киләһе аҙнала Сибайҙа үтәсәк Инвестиция һабантуйының байрам өлөшө Хәйбуллала түгел, ә Әбйәлил районында үтәсәк тип иғлан ителде. 25-26 май Сибайҙа эшлекле форум, 27-һендә Асҡарҙа Һабантуй уҙасаҡ.