Ата-әсәләр өсөн был осор яуаплы һәм сығымлы мәл. Һәр кем сифатлы ла, шул уҡ ваҡытта ҡиммәтле булмаған кейем һәм мәктәп кәрәк-яраҡтары һайларға тырыша. Быйыл баланы мәктәпкә әҙерләү уртаса күпмегә төшә.
Нургөл Кәримова биш бала әсәһе. Быйыл йәш ҡатын өс балаһын мәктәпкә әҙерләй. Эш еңелдән түгел, һәр баланың үҙ зауығы, оҡшағанын табырға ваҡыт кәрәк. ти йәш әсә. Нургөлгә кейем һайлауҙа уның фасоны, сифатлы һәм уңайлы булыуы тәү шарт.
Мәктәп йәрминкәләрендә хәҙер кейемдең йәнең теләгәнен табырға мөмкин. Хаҡтары ла төрлө. Ҡыҙ балаға алмашлап кейергә ике блузка, күлдәк йә сарафан һәм пиджак уртаса 6-9 меңгә төшә, егеттәрҙеке ҡиммәтерәк.
һатыусылар хаҡтар бик үк артманы тиһәләр ҙә, ата-әсәләр башҡаса фекерҙә. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда ҡайһы бер әйберҙәргә хаҡтарҙың бермә-бер артыуы күҙәтелә.
Ә бына рюкзактарға. ысынлап та, хаҡтар шул килеш ҡалған. Әммә рюкзак һайлағанда белгестәр хаҡына түгел, формаһына иғтибар итергә кәңәш итә. Ортопедик рюкзак маркетинг алымы түгел. Арҡаһында махсус ҡатырға булғаны, ысынлап та, умыртҡа бағанаһына көс төшөрмәҫ.
Аяҡ кейемдәре уртаса 2-3 мең самаһы. Төп талап – аяҡ кейеме уңайлы, тирләтмәгән һәм шыумаған булырға тейеш. Ғәҙәттә, ата-әсәләр бер юлы өс пар -тышта һәм мәктәптә кейерлек туфли һәм физькультураға кроссовки ала. Дөйөм хаҡы 6-7 меңгә баҫа.
Аяҡ кейемдәренә хаҡтар шул килеш һаҡланһа, концеляр тауарҙарға 10 процент самаһы артҡан. Спорт костюмдары мең ярымдан өс меңгә тиклем. Шулай итеп, быйыл бер баланы мәктәпкә әҙерләү уртаса 20-30 мең һумға баҫа. Бында әлбиттә, һәр кем үҙ теләктәренән һәм мөмкинлектәренән сығып эш итә. Аҙ тәъмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә ике йылға бер мәктәп формаһы алыу өсөн аҡсалата компенсация ҡаралған. Бының өсөн 1 октябргә тиклем бала уҡыған мәктәпкә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша документтар тапшырырға ғына кәрәк.