Башҡортостан яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер

Икенсе сентябрҙә республикалағы мәктәптәрҙә ярты миллиондан ашыу уҡыусыны көтә.

Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән берлектәге күнекмәләр үткәрелә. Рәсәй президенты үткәргән кәңәшмәлә сығыш яһап илдең мәғариф министры Сергей Кравцов барлыҡ белем биреү учреждениеларында күнекмәләр үткәреү өсөн берҙәм көн билдәләнде, тип белдерҙе. Быйылғы уҡыу йылынан шулай уҡ именлек һәм тыуған илде һаҡлау предметы мәктәп программаһына кире ҡайтарылды. Башҡортостан яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер. Икенсе сентябрҙә республикалағы мәктәптәрҙә ярты миллиондан ашыу уҡыусыны көтә.