Башҡортостан яңы уҡыу йылына тулыһынса әҙер

Республика мәктәптәрендә быйыл именлек сараларына айырым иғтибар биреләсәк.

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға юғары наградалар. Республика менән идара итеү үҙәгендә был юлы Никита Вәлиевҡа “генерал Шайморатов” ордены тапшырылды. Яугир күкрәген биҙәгән наградаларҙың өсөһө “Батырлыҡ миҙалы”. Радий Хәбиров әйтеүенсә, һалдаттарҙың өлгөһө хакимиәттәр башлыҡтарына миҫал булырға тейеш. Хәрбиҙәр яуҙа үҙ бурыстарын лайыҡлы башҡара, ә етәкселәргә урында яуаплылыҡты алырға ваҡыт.Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, Өфөнөң электр транспорты системаһы яңыра. Баш ҡалаға йәнә троллейбустар ҡайтарыла. Техниканың бер өлөшө, атап әйткәндә 10 берәмек троллейбус Стәрлетамаҡҡа бирелә.

Республикаға йәнә бер йүнәлештә эште камиллаштырырға кәрәк. Башҡортостан эшҡыуарҙар һаны буйынса Татарстандан күпкә артҡа ҡалған. Башҡортостанда уҡыусылар өсөн терәк лагерҙар һаны артасаҡ. Ошондай заманса үҙәк хәҙер Хәйбулла районында төҙөлөргә тейеш. Сәләмәтлек комплексының Йәнтеш ауылында урынлашасағы ла билдәле. Бынан тыш, Ҡырмыҫҡалыла яңы мәктәп төҙөү кәрәк. Радий Хәбиров был турала айырым белдерә. Башҡортостан етәкселегенә үпкә белдергән райондар бар. Балаҡатай халҡы, мәҫәлән, муниципаль биләмәлә спорт комплексының юҡлығына зарлана. Нуриман ауылдары араһына юл һалыу, газ үткәреү, ҡалған биләмәләрҙе төҙөкләндереү. Ошо мәсьәләләргә кәңәшмәлә етди иғтибар бирелде.

Дүшәмбеләге һөйләшеү ҡала-райондар тормошона күберәк арналды. Мәҫәлән, Ишембай. Уҙған аҙнала ҡалала яңыртылғандан һуң Нефтселәр майҙаны сафҡа тапшырылды. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, һәр кем үҙенең тыуған яғы тураһында үҙе хәстәрләргә тейеш. Ә бына Өфөнө был аҙнала көсөргәнешле осор көтә. Башҡортостандың баш ҡалаһы үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Миллиондан ашыу кешене үҙенә һыйҙырған мегаполисты байрамы менән тиҫтәгә яҡын илдән килгән ҡунаҡтар тәбрикләргә ниәтләй.

Ә бына йыр булһын өсөн икмәк кәрәк. Республика, ниһәйәт, ныҡлап ураҡҡа төштө. Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, Башҡортостанда хатта шәкәр сөгөлдөрө лә ҡаҙалар.

Башҡортостандың мәғариф системаһында ла көсөргәнешле осор. Икенсе сентябрҙә республикалағы мәктәптәрҙә ярты миллиондан ашыу уҡыусыны көтә. Улар араһында Донбасс, Курскийҙан килгән 200 бала бар.

Башҡортостан уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса беренсе тапҡыр уҙғарылған милли премияның "Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи тораҡтар" номинацияһында беренсе урын яулағайны. Был еңеүҙе ихаталар һәм дөйөм торлаҡ милкен төҙөкләндереү, күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау йәһәтенән республикала башҡарлыған эштәргә ҙур баһа тип ҡабул итергә лә кәрәк. Төбәк ауылдары, ҙур юлдар буйлап интернет селтәрен һуҙыу ҙа бөгөнгө көн талабы.