Башҡортостанда ярты миллионлаған уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башланды. 55 мең бала мәктәп тупһаһын тәүгә атлап үтте. Яңы башланған уҡыу йылында раҫланған үҙгәрештәр һәм Белем көнө үҙенсәлектәре.
Үткән аҙнаның иҫтәлекле ваҡиғалары араһында Белем көнөн биләдәләп үтергә кәрәк. Быйыл республика 500 меңдән ашыу бала парта артына ултырҙы. 55 мең бала мәктәп тупһаһын тәүгә атлап үтте. Яңы башланған уҡыу йылында раҫланған үҙгәрештәр һәм Белем көнө үҙенсәлектәре менән хәбәрсебеҙ Нәфисә Кинйәбаева ҡыҙыҡһынды.
Башҡортостан мәктәптәренең бер нисәһендә ғәҙәттәге белем көнө ғәҙәттән тыш ваҡиғанан башланды. Башҡаланың Рәсәй геройы Максим Серафимов тамамлаған 40-сы белем биреү үҙәгендә батыр иҫтәлегенә таҡтаташ асыу митингы үтте. Сарала Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
56-сы мәктәптең кадет кластары өсөн дә Белем көнө хәтер митингы менән асылды. Белем биреү үҙәгенең элекке уҡыусыһы Сергей Степановтың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асыуҙа кесе сержанттың ата-әсәһе, туғандары, хөкүмәт һәм йәмәғәт вәкилдәре ҡатнашты. Быйыл март айында махсус хәрби операция барышында һәләк булған һәм үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ ҡыйыу егетте хәҙер мемориаль таҡта ғына түгел, һәр уҡытыусы батырлыҡ дәрестәрендә хәтергә төшөрәсәк.
62 йыл уҡытыусы һөнәренә тоғро Алевтина Валентиновна бөгөн йәнә беренсе класс уҡыусыларын ҡаршылай. Бәләкәстәр өсөн мәктәптә бар нәмә яңы булһа, мәктәп тормошо яҡшы таныш башҡалар сираттағы уҡыу йылының яңылыҡтары менән таныша. Быйылдан белем йорттары патриотик тәрбиәне ғәмәлгә ашыра. Уҡыуҙың һәр аҙнаһы дәүләт гимнын башҡарып дәүләт флагын күтәреүҙән башлана.
Яңы уҡыу йылынан башлап аҙна һайын бер дәресте уҡытыусылар балалар менән “Мөһим төшөнсәләр тураһында һөйләшеүҙәр”гә бағышлаясаҡ. Белем көнөндә тәүге класс сәғәте иһә ғәҙәттәгесә – тыныслыҡ тураһында.
56-сы мәктәптең Донбасс республикаларынан Өфөгә күсеп килгән 43 яңы уҡыусыһы ла быйылғы уҡыу йылын ысын мәғәнәлә тыныслыҡ сәғәтенән башлай. Донецк ҡалаһынан Меренковтар ғаиләһе улы Федорҙы беренсе класҡа оҙата. Күңелле шау-шоу, гөлләмәләр, байрам кәйефе һәм яҡты өмөттәр менән.
Федорҙың класташтары, игеҙәктәр Мирослава менән Владислав Мариуполь ҡалаһынан. Мәктәп, уҡытыусылар, хатта Башҡортостан климатын үҙ итеп өлгөргәндәр.
Донбасс балаларын ҡаршыларға педагогтар коллективы ла тулҡынланып әҙерләнгән. Күскенселәр өсөн ваҡытлыса урынлаштырыу пункты асылған “Речные зори” шифаханаһында осрашыуҙар үткән.
Уҡыу йылына әҙерләнергә битараф булмаған һәр кем ярҙам иткән. Акцияны ойоштороусылар балаларҙың уҡыуына артабан да булышлыҡ итергә әҙер.
Яңы уҡыу йылында мәктәптә төп ҡағиҙәләр элеккесә ҡала. Яңыларынан – уҡытыусылар дәрес мәлендә кеҫә телефоны файҙаланыуҙы тыя. Коронавируслы инфекция менән бәйле сикләүҙәрҙең дә бер өлөшө һаҡлана – балалар һаулығы ковид-инспекторҙар күҙәтеүендә.