Беренсе сентябрҙән 502 мең уҡыусы, шул иҫәптән 41 мең беренсе класс уҡыусыһы өсөн яңы уҡыу йылы башлана. Республикала белем усаҡтарында именлек тәьмин итеү көн үҙәгенә сыға. Әлегә 159 мәктәп ике режимлы һаҡҡа күсерелде. Шулай уҡ мәктәптәрҙә тәрбиә һәм профилактика эшен ойоштороу өсөн яуаплы булған урынбаҫарҙан ҙа эшләй башланы. Улар өсөн төбәк түләүҙәре лә индерелде. Тағы ла бер мөһим йүнәлеш- уҡытыусыларҙы буллинг кеүек күренештәрҙән һаҡлау. Был бурыс та мәктәп директорҙарының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙарына йөкмәтелгән.
Уҡыусыларҙың йәйге каникулдары тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды
Әле Республиканың бөтә мәктәптәре лә тиерлек яңы уҡыу йылына әҙер.







