Яңы уҡыу йылы байрам кәйефе менән бергә бихисап мәшәҡәттәр ҙә алып килә

Өфөләге ҡайһы бер белем биреү учреждениеларында балалар өсөн урындар етмәй.

Мәктәп алыштырыуҙы алдан хәстәрләмәгән ата-әсәләргә байтаҡ ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килә.

Светлана Ғиниәтуллина ғаиләһе менән йәшәү урынын алыштырған. Әммә 15 йәшлек игеҙәк ҡыҙҙарын икенсе белем биреү учреждениеһына керетеү буйынса ҡатмарлыҡтар килеп сыға. Сәбәбе асыҡ-мәктәптә урын юҡ.

Арина һәм Сафинаны Минһажев урамындағы 126-сы мәктәпте тәҡдим итәләр, әммә йәш әсә быға риза түгел. Игеҙәк ҡыҙҙар йәшәү урыны буйынса 11-се Аксаков гимназияһына ҡарай. Етмешенсе йылдарҙа төҙөлгән учреждение 525 уҡыусыға иҫәпләнгән. Әле бында 1100 бала белем ала. Өҫтәп уҡыусылар алмау бер ниндәй ҙә ҡануниәтте боҙмай, ти ул.

Белем биреү учреждениеларында урын етмәү-баш ҡала өсөн асыҡ проблема. Нуғай ҡасабаһындағы мәктәптә, мәҫәлән, уҡыусылар һаны йыл һайын арта. Былтыр 147-се мәктәптә 2524 бала иҫәпләнгән, быйыл уларҙың һаны өс меңгә барып етә.

Нуғай ҡасабаһына күсенеп килеүселәр бихисап, шуға ла ҡайһы бер ата-әсәләр өсөн балаларын мәктәпкә урынлаштырыу ҡатмарлыҡтары килеп сыға. Уларҙың хәленә инергә тырышабыҙ, ти мәктәп директоры.

Балалар мәктәптә ике сменаға бүленеп уҡый. Бөтәһе 130 уҡытыусы һәм тәрбиәсе иҫәпләнә. Өфөлә яңы мәктәптәр төҙөлә, әммә балаларға урын етмәү проблемаһын тиҙ генә хәл итеп булмай, тип белдерҙеләр мәғариф идаралығынан.

Ғиниәтуллиндар ғаиләһе проблемаһы тиҙҙән хәл ителергә тейеш. 11-се гимназиянан бер бала икенсе урынға күсә, шуға ла бер урын буш. Тик икенсе ҡыҙға ла урын табылырмы, быныһы әлегә асыҡ ҡала.