Үткән аҙна йомғаҡтары һөйөнөслө ғәмәлдән башланды. Республика башлығы Балтас районында инвалид күршеһен янғындан ҡотҡарған хәрбиҙе Шайморатов ордены, химия фәне буйынса халыҡ-ара олимпиадала еңгән уҡыусыны Рәхмәт Хаты, ә уның остазын Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне.
Республиканың йәш спортсылары ла маҡтауға лайыҡ. "Евразиаданы ҡаршылап" тип аталған Халыҡ-ара уйындарҙа Башҡортостан вәкилдәре 11 миҙал яуланы. Спорт министры Руслан Хәбибов белдереүенсә, был йыйын ярыштар менән генә сикләнмәй, фәнни-ғәмәли форум, эшлекле осрашыуҙар форумына әүерелде. 24 августан 28-нә тиклем Өфөләге ярыштарҙа Европа, Азия һәм Африка дәүләттәренән 700-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Ошо уҡ арауыҡта Төнъяҡ башҡалала Башҡортостан көндәре үтте. Радий Хәбиров күләмле сараларҙа ҡатнашҡан эшҡыуарҙар һәм артистарға рәхмәт белдерҙе.
Республика предприятиелары 100-ҙән ашыу бизнес-осрашыу үткәреп Санкт-Петербургта Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәрен танытты. Төбәктәр хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Ял көндәрендә Өфөнөң Совет майҙанында "Геройҙар ваҡыты" тигән Бөтә Рәсәй йыр фестивале гөрләне. Быйыл ул генерал Шайморатовтың тыуған көнөнә арналды.
"Количество конкурсантов увеличивается, а само мероприятие становится одним из ярких событий в культурной жизни России, С этого дня стартовало несение почётного караула у памятника генералу Шаймуратову. Мы долго осмысливали принятое решение. Это знак уважения к павшим героям и ныне выполняющих боевые задачи".
Республикала шулай уҡ генерал Шайморатов ордены кавалерҙары клубы ойошторола. Уның маҡсаты - илһөйәрҙәр тәрбиәләү һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса эште берҙәмләштереү. Уйлап башҡарылған һәм оҫта ойошторолған эштең һөҙөмтәләрен дә барлау һөйөнөс. Башҡортостанда үткән егерме йылда берен тапҡыр иҫерткес эсемлек менән ағыуланып үлем осраҡтарының минималь кимәле теркәлгән. Төбәктә бер нисә йыл элек алкоголде һатыуҙы легализациялау яйға һалынып ялған эсемлектәргә сик ҡуйылғайны. Иғлан ителгән көрәшкә ҡарамаҫтан ҡайһы бер төбәктәрҙә йүнселдәр табыла.
"Мы договорились с правоохранителями, мы устроим самые настоящие облавы в этих местах. Эта работа требует постоянного напряжения усилий. Потому что как только мы сбавляем обороты, продавцы появляются. Этот бизнес прибыльный, видимо. Надо уничтожать это все!"
Ә бына уҡыусыларға күп төрлө телдә белем биреү селтәре киреһенсә, киңәйергә тейеш. Мәғариф һәм фән министры белдереүенсә, 2023 йылда Хәйбулла һәм Учалы райондарында күп профилле гимназияларҙың яңыларын, ә Мишкә менән Сибайҙа профиле алмаштырылған белем йорттарын асыу көтөлә. Башҡортостандың полилингваль гимназиялары башҡа субъекттарҙыҡынан туған телдәрҙең төрлөлөгө менән айырыла, тине Айбулат Хажин. Радий Хәбировтың фекере буйынса был уҡыу йорттары бар яҡлап та иң яҡшыһы булырға тейеш.
"И по качеству обучения, и по качеству педагогического состава, и по качеству дополнительных возможностей, и, что очень важно, по качеству материальной базы. На сегодняшний день мы видим, что наш проект сети полилингвальных гимназий становится интересным и требует с нашей стороны дальнейшей доработки и расширения"
Төбәктә шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу селтәрҙәрен яҡшыртыуға 200 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Программаның эше һәр муниципалитетта тергеҙелә. Республика башлығы муниципалитет етәкселәрен көҙгө өмәләр иғлан итеп таҙалыҡты яңыртырға һәм яңы уҡыу йылын ойошҡанлыҡ менән башларға саҡырҙы.