Республика парламентына лайыҡлылар килергә тейеш

Республика парламентына лайыҡлылар килергә тейеш.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тормош иптәше менән башҡаланың 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. "Башҡортостан" дәүләт концерт залында урынлашҡан участкала 2732 һайлаусы теркәлгән. Уларҙың иң әүҙемдәре комиссияны ишектәрҙең асылыуына уҡ көтөп торған.

109-сы участка һайлау комиссияһы секретары Айгөл Нәжметдинова һайлаусыларҙың юғары әүҙемлегенә бер нисә миҫал килтерә. Тауыш бирергә теләгәндәр "Башҡортостан" дәүләт концерт залына шәмбенән ябырыла башлаған. Улар һайлауҙың элеккесә өс түгел, тик бер көн барыуына ғәжәпләнеү белдергән.

Тауыш бирергә килгәндәр өсөн хәүефһеҙлек саралары менән уңайлы шарттар, хатта көтөлмәгән бүләктәр ҙә әҙерләнгән. Ата-әсә бюллетень тултырғансы балаларға татлы кәнфит таратыла. Сәғәт иртәнге ун берҙәр тирәһендә участка комиссияһы республика башлығы һәм уның тормош иптәшен йылы ҡаршылай. Гражданлыҡ бурысын үтәгәндән һуң Радий Хәбиров һайлауҙың төбәк өсөн әһәмиәтенә баһа бирә.

Радий Хәбиров:

"Сегодня, безусловно, важный день. Сегодня идут выборы не только в Государственное собрание – Курултай, практически меняется весь депутатский корпус сельских поселений, а это 7135 депутатских мандатов. Госсобрание прошлого созыва было деятельным, конструктивным, очень разумным, мне кажется, нам удалось выстроить конструктивную работу, приходилось принимать очень быстрые и непростые решения и в борьбе с коронавирусом, и в условиях санкционного давления. Поэтому, конечно, мы ожидаем, чтобы пришли достойные люди"

Республика парламенты рәйесе лә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын ошо уҡ участкала һайлай. Константин Толкачев төбәктә һайлау алды компанияһы тыйнаҡ һәм тыныс үтте, тип белдерҙе.

Быйылғы һайлауҙың төп айырмаһы – тауыш биреүҙең бер көндә генә ойошторолғанынан тыш, видеокүҙәтеү нөктәләре булмауҙа. Һайлау сәғәттәрендәге тәртипте партиялар исеменән тәғәйәнләнгән күҙәтеүселәр теркәй. Һәр партия өсәр күҙәтеүсе билдәдәргә хоҡуҡлы.

Өфөнөң 3-сө гимназияһындағы 107-се участкала тауыш биреүселәр араһында ижад кешеләре күп. Күҙәтеүсе дәрәжәһендә хатта йырлап алырға рөхсәт. Ә мәктәптең музыка уҡытыусыһы булһаң – һөнәри кимәлдә. Һайлау бюллетендәренең иң беренсеһен бында Рәсәйҙең халыҡ артисы Фидан Ғафаров төшөргән.

Тауыш биреү бүлмәһендә етди эшлекле тынлыҡ ижад кәйефе менән аралашып бара. Тере моң, сағыу төҫтәр, алсаҡ йөҙҙәр – һайлауҙың байрам икәненә ишара.

Байрам тойғоһон нығытыр өсөн һайлаусыларға бәләкәй генә бүләктәр әҙерләнгән. Оло йәштәгеләргә күстәнәс, тәүге тапҡыр тауыш биргәндәргә блокнот, ручка һәм ҡотлау сәләмдәре, балалар менән килгендәргә сағыу китаптар тапшырыла.

Тауыш биреү әүҙемлеге йәнә көн аҙағына көтөлә. Быйыл комиссиялар эшен иртәнге етенән киске туғыҙға тиклем билдәләп һайлаусылар өсөн тағы ла уңайлыраҡ шарттар булдырған.