Айырыуса Баҡалы, Тәтешле, Борай, шулай уҡ, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары. Башҡортостан халҡының берҙәм һайлау көнөнән ситтә ҡалмауы — республика яҙмышын хәл иткән ваҡиғаға етди ҡарашын күрһәтә.
Ғәҙәттәгесә, Берҙәм һайлау көнөндә тауыш биреү участкаларында эш Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңлауҙан башланды. Иртәнге сәғәттәрҙә һайлаусылар әҙерәк булһа, ун берҙәргә халыҡ әүҙемләште.
Иглин районында ғына 50 меңдән ашыу һайлаусы теркәлгән. Гражданлыҡ бурысын үтәргә ғаиләләре менән бергәләп килеүселәр ҙә бар. Айгөл һәм Александр Тимербаевтар илдең киләсәге өсөн яуаплылыҡтың мөһим икәнлеген ун йәшлек ҡыҙҙарына үҙ миҫалында күрһәтә.
18 йәшен тултырып, гражданлыҡ бурысын тәүге тапҡыр үтәүселәр ҙә бихисап. Үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡанда был мөһим һәм тулҡынландырғыс ваҡиға, ти йәштәр. Шаран районында иһә тәүге тапҡыр 237 йәш егет һәм ҡыҙҙар һайлауҙарҙа ҡатнаша. Ә муниципалитет буйынса йәмғеһе 16 меңдән ашыу тауыш биреүсе иҫәпләнә.
Йөҙ йәшен тултырыусы өлкән йәштәге яҡташтарыбыҙ ҙа республика тормошондағы мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалманы. Һайлау участкаларына бара алмаусы граждандарға, комиссия ағзалары өйҙәренә килеп, һайлау бюллетендәрен ҡулдарына тапшырҙы.
Тыуған иленең ысын патриоттары исемлегендә хәрбиҙәр династияһынан Нурғәлиндар ғаиләһе лә бар. Фаил Нуриәхмәт улы тормош иптәше менән бер һайлау кампанияһын да ҡалдырмай. 30 йыл ғүмерен хәрби өлкәгә бағышлаған майорҙың әле улы ла, ейәне лә Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡыҫҡа ваҡытлыса ялда булғандары ла тауыш биреү аша илдең киләсәген һайлауҙа ҡатнашты.
Хәйбулла районында Берҙәм һайлау көнө үҙенсәлекле сара менән үрелеп барҙы. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре йәрминкә ойошторған. Тауыш биреүселәр арзан хаҡҡа емеш-еләктәр, ҡайнатмалар һәм башҡа тәм-томдар һатып алды. Йәмғеһе, Башҡортостанда 3200-ҙән ашыу стационар һәм 40 ваҡытлыса һайлау участкалары эшләне. Кешеләрҙең әүҙемлеге, күңел күтәренкелеге менән бер рәттән һайлауҙарҙың мөһимлеген, әһәмиәтен аңлау – республика яҙмышын хәл иткән ваҡиғаға етди ҡарашын күрһәтә. Сөнки беҙ аңлайбыҙ: киләсәк һәр кемдең ҡулында.