Һайлауҙарҙа ҡатнаш та – яҡындарыңды күр!

Ишембай районындағы 2172-се участкаға беркетелгән һайлаусыларҙың яҡынса 35 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Рәсәй Президенты өсөн тауыш биреү ауыл ерендә әүҙем үтә. Ишембай районындағы 2172-се участкаға беркетелгән һайлаусыларҙың яҡынса 35 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән. Урындағы тауыш биреү комиссияһы исемлегендә 3 ауылдан 260 кеше теркәлгән. Быға тиклем булған һәм төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа электораттың кәм тигәндә 99 проценты, ә күп осраҡта 100 проценты менән ҡатнашып килгән. Иҫәкәй ауылы клубында ойошторолған тауыш биреү участкаһы Иҫәкәй, Ибрай, Һарғай ауылдарында йәшәүселәрҙе ҡабул итә.