Рәсәй Президентын һайлау көндәрендә Әлшәйҙә 43 тауыш биреү участкаһы эшләй. Районда бөгөн һайлау хоҡуғына эйә булған 30 меңгә яҡын граждан иҫәпләнә. Ошо турала Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Рәилә Шафиҡова белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, тауыш биреү комиссияһы ағзалары Раевкала йәшәгән һәм бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән һайлаусы Надежда Бандурко менән осрашҡан. Әлшәй районында бөгөн 90 йәштән уҙған 180 һайлаусы бар. Өлкән йәштәге граждандарға уларға бирелгән Конституцион хоҡуҡты үтәү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған.
Башҡортостанда 100 йәшлек тыл ветераны тауыш бирҙе
Әлшәй районында бөгөн 90 йәштән уҙған 180 һайлаусы бар.