Башҡортостанда ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте. Был турала республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдерҙе. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, тауыш биреү барлыҡ санитар талаптарҙы иҫәпкә алып ойошторолғайны. Граждандар араһында метр ярымлыҡ арауыҡ һаҡланды, тауыш биреүселәргә бирсәткәләр һәм медицина битлектәре бирелде. Көн дауамында һайлау участкалары дезинфекцияланды. Рәсәйҙең төп ҡанунына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү 25 июндән 1-се июлгә тиклем дауам итте. Ил етәксеһе Владимир Путин коронавирус инфекцияһын иҫәпкә алып ошондай ҡарар ҡабул иткәйне. Башҡортостан халҡы был юлы ла ҙур әүҙемлек күрһәтте. 29 июндән 29-ына тиклем республикала йәшәүселәрҙең 59 проценты, йәғни, 1 миллион 790 мең 165 кеше тауыш биргәйне. Һайлау комиссияһы ағзалары баҡса ширҡәтендә йәшәүселәргә лә барҙы. Мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең дә күбеһе тауыш биреү өсөн урындағы һайлау участкаға барыуҙы хуп күрҙе.
Тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте
Тулыраҡ: Тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте