Бөрйәндәр сәйәси тотороҡлыҡ яҡлы

Бөгөн районда тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 12 мең 579 кеше иҫәпләнә.

Рәсәй Президентын һайлауҙарҙа Бөрйән халҡы әүҙем ҡатнаша. Бөгөн районда тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 12 мең 579 кеше иҫәпләнә. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Салауат Уразаев әйтеүенсә, граждандар шәмбе һәм йәкшәмбелә әүҙемлек күрһәтә. Бөрйәндә беренсегә һайлаусылар исемлегендә 132 кеше. Йәш электораттың яҡынса 55 проценты гражданлыҡ бурысын районда үтәһә, башҡа муниципаль берәмектәр, ҡала округтарында белем алған студенттар теркәү урындарында тауыш бирәсәк.