Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай. Төп тауыш биреү көнөндә Башҡортостан дәүләт концерт залынан кеше өҙөлмәне. Ул иртәнге һигеҙҙән киске сәғәт һигеҙгә тиклем граждандарҙы ҡабул итте. Йәшенән, олоһона тиклем һәр кем Конституцияға индереләсәк үҙгәрештәргә үҙ ҡарашын еткерергә ашыҡты. Участка һайлау комиссияһы рәйесе хәбәр итеүҙәренсә, уҙған алты көн эсендә бөтә граждандарҙың 70 проценты уҙ тауышын биреп өлгөргән. Төп тауыш биреү көнөндә лә гражданлыҡ бурысын үтәргә теләүселәр һаны бихисап булды. Оло быуын вәкилдәре тауыш биреүгә айырыуса яуаплы ҡараған. Уларға тауышты йорт шарттарында биреү мөмкинлеге бирелһә лә, күптәре участкаға килеүҙе хуп күргән. Үҙгәрештәргә ҡарата ыңғай ҡарашын йәшермәй улар. Пандемия шарттарында тауыш биреү хәүефһеҙлек ҡәғиҙәләре буйынса үтте. Инеү урынында һәр кемгә битлектәр тапшырыла, тән температураһы үлсәнә. Участкаға килгән кешеләр ошо ишек аша инергә, үтеп үҙ тауыштарын бирергә һәм икенсе ишек аша сығып китергә тейеш. Был кеше ағымын кәметеү маҡсатынла башҡарыла. Илдең төп документына индереләсәк төҙәтмәләр Рәсәй тормошоноң төрлө өлкәләренә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тип өмөтләнә халыҡ. Үҙгәрештәр әленән ҡыуандыра. 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр һәр бала өсөн 10-ар мең һум аҡса алды. Был түләү ике тапҡыр башҡарылды. Ошо рәүешле түләүҙәрҙе илдең 30 миллионға яҡын ғаиләһе алды. Шулай уҡ 3 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары күрһәтелә.
Ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай
Тулыраҡ: Ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай