Ике аҙна дауамында һәр иртә Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы студияһында республика етәксеһенә дәғүә итеүселәр араһында дебаттар менән башланды. Һәр кандидатҡа үҙенең һайлау алды платформаһы менән таныштырыу өсөн бушлай эфир ваҡыты бирелде. Территориаль һайлау комиссияларында иһә эш ҡайнай. Киров районы хакимиәтенә бер-бер артлы һайлау участкалары ағзалары йыйыла. Һәр-береһенең үҙ ваҡыты, шуға сират та юҡ. Бер көн эсендә райондың 82 һайлау участкаһы бюллетендәр алып өлгөрөргә тейеш. Өлгөрәсәк тә, сөнки эш етди ҡоролған. Бюллетендәр менән бергә кандидаттар тураһында мәғлүмәт плакаттары һәм башға полиграфия тапшырыла.
Граждандарға бюллетендәр һәр ваҡыттағыса өс телдә – русса, татарса, башҡорт телендә әҙерләнгән. Шулай уҡ КОАБ-тар өсөн махсус бюллетендәр ҙә әҙер. Әйткәндәй, Киров районы буйынса тауыштарҙы автоматик рәүештә иҫәпләүсе 12 КОАБ ҡуйыласаҡ. Үҙәк һайлау комиссияһында әлеге ваҡытта һайлауҙарға әҙерлек тамамланыу алдында тип белдерҙеләр. Участка һайлау климиссиялары бөтә кәрәкле полиграфия һәм техник ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Участка һайлау комиссиялары граждандарҙың йорттары буйлап йөрөп алдағы һайлауҙар тураһында мәғлүмәт менән таныштырып сыҡҡан.
Башҡортостанда 6, 7 һәм 8 сентябрҙә республика башлығын һайлау уҙғарыла. Был көндәрҙә «Рәхмәт-2024» акцияһы сиктәрендә ҡиммәтле бүләктәр уйнатыла. 6, 7 һәм 8 сентябрҙә һайлау участкаларына килгән һәр кем бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн QR-билеттар алырға мөмкин. Ғаиләнең һәр ағзаһына, шул иҫәптән балаларға QR-билет бирелә, шундағы 8 символдан торған кодты рахмат102.рф сайтында теркәргә кәрәк. Ҡатнашыусылар 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк отоу мөмкинлегенә эйә. Был исемлектә квадроциклдар, мотоцикл, һыу мотоциклы, велосипедтар, электр самокаттары, шулай уҡ көнкүреш һәм офис техникаһы – телевизорҙар, ноутбуктар, планшеттар, телефондар һәм робот саң һурҙырғыстар бар. Йәкшәмбе, 8 сентябрҙә, тәүге тапҡыр «Бүләктәр төнө» ойошторола, унда бер юлы 130-ҙан ашыу бүләк уйнатыла. Һөҙөмтәләр рахмат102.рф сайтында баҫыла. Бүләк алыу хоҡуғын юғалтмаҫ өсөн, QR-билеттарҙы 30-сы сентябргә тиклем һаҡларға кәрәк. Бүләктәр араһында – машиналар, тотош ғаилә менән Сочиға сәйәхәт, Башҡортостан шифаханаларына һәм ял йорттарына юлламалар. Проекттың төп партнерынан Өфөлә өс фатир ҙа уйнатыла. Шулай итеп, һайлауға килеүсе һәр кемдең ҡиммәтле бүләк отоу мөмкинлеге бар. Һөҙөмтәләр рахмат102.рф сайтында баҫыласаҡ.