6-сы, 7-се һәм 8-се сентябрҙә республика халҡы төбәк башлығын һайланы, айырым округ буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға өҫтәмә депутаттар күрһәтеп, ҡала, район һәм ауыл советтарына вәкилдәр һайланды. Көҙгө сәйәси кампанияла электораттың 72 проценттан ашыуы гражданлыҡ бурысын үтәгән. Һайлау һөҙөмтәләренә бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина еткерергә әҙер. Ул Республика Үҙәк һайлау комиссияһынан студия менән тура бәйләнешкә сыға.
Студия менән тура бәйләнештә Республика Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина булды. Ул һайлауҙарға бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Шулай итеп, 3 көн дауам иткән һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан башлығы вазифаһын алдағы йылдарҙа Радий Хәбиров үтәйәсәк. Республикала йәшәп, тауыш биреү хоҡуғына эйә булған граждандарҙың 80,21 проценты тап Радий Фәрит улына ышаныс белдерҙе.