Кемдер һайлауҙы байрам итеп ҡабул итә,икенселәр өсөн ул – яуаплы бурыс, йәштәргә тәүге тапҡыр тауыш биреүҙә ҡатнашыу айырыуса үҙенсәлекле.
Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа барған ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашыу – киләсәгебеҙгә битараф булмаған һәр кемдең изге бурысы, ти Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы.
Һайлау участкаларында ла юғары әүҙемлек һиҙлә. Һәр кем үҙенең тауышы менән республикаһының киләсәгенә йоғонто яһауына ышана.
Граждандарға бюллетендәр һәр ваҡыттағыса өс телдә – русса, татарса һәм башҡорт телендә әҙерләнгән. Ниндәйҙер сәбәп менән һайлау участкаһына бара алмағандар, өйҙә, дауаханала, шифаханала һәм башҡа урындарҙа тауыш бирергә хоҡуҡлы.
Һайлауға хатта тотош ғаиләләре менән килеүселәр ҙә бар. Унда ҡатнашыу — һәр һайлаусының законлы хоҡуғы.
Һайлауға килгән һәр кемдең бына ошондай рәхмәт акцияһында ҡатнашып ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлеге бар. Бының өсөн бары тик кюар код аша регистрация үтергә генә кәрәк.