Башҡортостан һайлауҙа ҡатнашыусылар һаны буйынса беренсе булды

Электораттың 80 проценттан ашыу ышанысын яулай алған Радий Хәбиров килдәһе 5 йыллыҡта һәр тауыш биреүсе мәнфәғәте өсөн эшләйәсәген белдерҙе. Р

Көҙгө сәйәси кампания үткәндәренән артыҡ айырылып уҡ тормаһа ла һәр һайлау участкаһында байрамса кәйеф хөкөм һөрә. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында урынлашҡа участкаға килеүсләрҙе мәҫәлән, ҡурай моңо һәм бейеү менән ҡаршы алдылар.

Егеттәрсә бейеп һайлауға килеп ингән Сольангәрәй ҡарт бөтә интернетты дер һелкетте. Билдәле яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшеваның 88 йәшлек ҡартатаһы оло булыуға ҡарамаҫтан киләсәк өсөн яуаплылыҡ өлгөһөн күрһәтә.

Һайлау – етди сара, әммә ижадҡа һәр ерҙә лә урын табыла. Гражданлыҡ бурысын үтәргә килеүселәр араһында Викингтарҙы ла осратырға мөмкин ине. Тауыш биреү кабинаһында хатта тиранозавр ҙа йәшенгән.

Ижадҡа ғына түгел, бүләктәргә лә урын табылды был һайлауҙарҙа. Сараға йәлеп итеү ысулы булараҡ ул үҙен тулыһынса аҡланы ти ойоштороусылар. Һайлауҙы һәр көнөндә ҡиммәтле бүләктәр уйнатылды. Бөтә муниципалитеттарҙан да телефон, планшет, аҡыллы колонка, телевизор, велосипед йә башҡа бүләк отоусылар булды. Ә төп приздар – 3 фатир, автомобиль, Сочиға тур һәм республика шифаханаларына юлламалар уйнатыласаҡ.

Яңылыҡтарҙан шуныһы – был юлы Башҡортостан халҡы өсөн тәүге тапҡыр Мәскәүҙә тауыш биреү мөмкинлеге булды. “Мобиль һайлаусы” системаһы ярҙамында ялдарҙы илдең баш ҡалаһында үткәргәндәр ҙә сәйәси кампанияла ҡатнаша алды.

Һөҙөмтә булараҡ, Башҡортостан Башлығы һайлауҙа электораттың 72 проценттан ашыуы ҡатнашып, шуларҙың 80,21 проценты әлегә тиклем республика менән етәкселек иткән Радий Хәбировҡа ышанысын белдерҙе. Ҡалған кандидаттар 7 проценттан артыҡ йыя алманы. Тәүһөҙөмтәләр билдәле булыу менән Радий Фәрит улы алдағы 5 йыллыҡта Башҡортостандың үҫеш йүнәлеше ниндәй буласағы менән уртаҡлашты.

Үҙгәрештәргә килгәндә, сәйәсәт белгестәре Хәбиров командаһын тулыһынса яңыртмаясаҡ тигән фекерҙә, сөнки КОВИД һәм МХО кеүек ҡатмарлы шарттарҙа республика етәкселеге үҙенең ышаныслы булыуын раҫланы.