Республика Башлығын һайлау һөҙөмтәләре, киләсәккә яңы бурыстар, көндәлек хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр

Яңы 5 йыллыҡтың тәүге аҙнаһын Радий Хәбиров йола буйынса оператив кәңәшмә менән башлап ебәрҙе.

Башҡортостан башлығы вазифаһына ҡайтанан һайланған етәксе сифатында беренсе кәңәшмә. Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы ултырышта ҡаралған төп мәсьәләләрҙең береһе, әлбиттә, берҙәм тауыш биреү көнө һөҙөмтәләре. Уның йомғаҡтары бөтә электорат өсөн ҡыҙыҡлы. Уҙған аҙнала, төбәктә урындағы советтарға депуттар һайлау менән бергә, айырым округта Дәүәлт Йыйылышы-Ҡоролтайға вәкил дә тәғәйенләнде. Был сәйәси кампания асыҡ һәм ғәҙел шарттарҙа үтте. Башҡортостандың Үҙәк Һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов һуңғы һандарҙы атай.

Электораттың яҡынса 82 проценты тауышын йыйып Башҡортостан башлығы итеп ҡайтанан һайланған Радий Хәбиров республика халҡына үҙ рәхмәтен дә еткерә. Уңышһыҙлыҡтар ҙа, етешһеҙлектәр ҙә беҙҙең уртаҡ эш тигән, фекерҙә Радий Фәрит улы. Ә тауыш биреүҙәрҙә граждандарҙың 70 проценттан ашыуының ҡатнашыуы айырым иғтибарға лайыҡ.

Һайлауҙарҙы тыныс шарттарҙа үтте тиһәк тә, тауыш биреүҙәр мәлендә сит илдәрҙән киберһөжүмдәрҙең бихисап булыуын оноторға ярамай. Участкаларҙа полиция хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә именлек һағында торған. Шуныһын да әйтергә кәрәк, Башҡортостан башлығы вазифаһына парламенттағы 5 партия ла үҙ вәкилдәрен күрһәткәйне. Радий Хәбиров был үҙенсәлекте айырым билдәләне. Һайлауҙар этабы – ябай юл түгел, тине Радий Фәрит улы.

Радий Хәбиров алдағы 5 йылдағы төп бурыстарға аныҡлыҡ та индерҙе. Республика сәнәғәт кенә түгел, ә сәнғәттә лә алдынғы булырға тейеш. “Башҡортостан” киностудияһының 35 йыллығы алдынан ошо турала һөйләгәндә башҡорт киномотаграфияһында бөгөн яңы йүнәлеш. Режиссерҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ тураһында таҫмалар әҙерләй. Әммә, индустрияны кадрҙар менән тәьмин итеү ҙә көнүҙәк. Тағы ла бер яңылыҡ. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостан райондарында 5 кинотеатр асыла.

Башҡорт киноһын үҫтереүҙең юлдары байтаҡ. Радий Хәбиров, мәҫәлән, “дәүләт заказы” тигән төшөнсә барлығын иҫкә төшөрә. Шулай ҙа төп тема – Башҡортостан башлығын һайлау. Республика етәксеһе инаугурацияһы был аҙнала, 12-се сентябрҙә тәғәйенләнгән. Законға ярашлы, субьект етәксеһен һайлауҙан һуң, урындағы хөкүмәт тулыһынса отставкаға китәсәк. Республиканың министрҙар кабинеты әлегә үҙ урынында ҡала. Ә бына яңы премьер-министр, уның урынбаҫарҙары, профиль ведомстволар етәкселәре исеме 17-се сентябрҙә билдәләнә. Тап ошо көндә Башҡортостан парламентының көҙгө сессиялағы беренсе пленар ултырышы ҡаралған. Ошо кәңәшмәлә Хөкүмәттеңяңы составы аталасаҡ.

Хөкүмәт бурыстарының береһе – республика биләмәләрендәге ерҙәрҙе тейешенсә файҙаланыу. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендә булып та, әйләнешкә инмәгән майҙандар күләме йөҙҙәрсә мең гектар. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Илшат Фазрахманов һүҙҙәренә ҡарағанда, мәсьәләне хәл итеү өсөн ваҡыт һәм мөмкинлек бар. шулай ҙа аграр сектор өсөн иң әһәмиәтлеһе ураҡ кампанияһы.

Башҡортостанда авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгән граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, цифралы хеҙмәттәр даирәһен киңәйтеү. Кәңәшмәлә ошо мәсьәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.