Республика башлығы Радий Хәбиров Махсус хәрби операция ветерандары өсөн "Башҡортостан геройҙары" тип аталған проект булдырылыуы хаҡында иғлан итте. Ул федераль кимәлдә ғәмәлгә ашырылған “Геройҙар ваҡыты” проектына ауаздаш. Хәрби шарттарҙа сыныҡҡан, илһөйәрлек рухлы яугирҙәр киләсәктә дәүләт һәм гражданлыҡ хеҙмәтендә эшен дауам итә ала. Программа тыныс тормошҡа ҡайтҡан яугирҙәргә дәүләт һәм муниципаль идара йүнәлешендә белем алып власть органдарына эшкә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. “Башҡортостан геройҙары” проекты яҡын арала старт алырға тейеш.
Башҡортостан геройҙары
Башҡортостан геройҙары