Бер күрешеү үҙе бер ғүмер. “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар програграммаһында ҡатнашыусылар 2 айҙан ашыу күрешмәгән. Әле иһә ир-уҙамандар яңынан "Патриот" паркына белем тупларға йыйылған. Улар араһында Фәдис Сәғитов та бар. 2022-се йылда махсус хәрби операцияла яраланып тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта ул. Буш ултырмай. Программала ҡатнашырға ҡарар итә. Бөгөнгө көндә Йылайыр районы Ҡыҙларбиргән ауылы хәкимиәт башлығы булып эшләй.
«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән булдырыла. Дүртенсе модулдең төп темаһы – заманса идара итеү технологиялары һәм яһалма интеллект. Ҡатнашыусылар цифрлы инструменттарҙың дәүләт һәм муниципаль идаралыҡты нисек үҙгәртеүен, ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн ҙур мәғлүмәттәрҙе нисек ҡулланыуҙы, социаль өлкәгә, иҡтисадҡа һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа яһалма интеллект индереү үҙенсәлектәрен өйрәнә.
Дәрес биреүселәрҙең яртыһынан күберәге идара итеү орандарында эшләй. Шуға ла проектта ҡатнашыусылар тулы кимәлдә был өлкәлә белем туплай ала. Һуңғы 4-се модульдың маҡсаттары шул уҡ: махсус хәрби операция ветерандарын идара итеү хеҙмәтенә ылыҡтырыу.







