"Башҡортостан Геройҙары" кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар өсөн уҡыуҙар башланды

"Башҡортостан Геройҙары" кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар өсөн уҡыуҙар башланды
  • "Башҡортостан Геройҙары" кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар өсөн уҡыуҙар башланды

Өфөлә "Башҡортостан Геройҙары" кадрҙар программаһында ҡатнашыусылар өсөн белем биреү проекты старт алды. Унда 60-ҡа яҡын кеше ҡатнаша. Модулле уҡытыу махсус хәрби операция ветерандаына сәйәси һәм партия эшенең принциптарын өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк.

«Башҡортостан Геройҙары» төбәк проектының финалистары әлегә билдәләнмәһә лә тәүге семинарҙар башланған. 60 хәрби хеҙмәткәр араһында Рубен Хәсәнов та бар. Махсус хәрби операция зонаһында ул минаға баҫып йәрәхәтләнә. Өйөнә ҡайтҡас, яугир социаль координатор булып эш башлай. Кадрҙар программаһы хаҡында ишеткәс тә унда ҡатнашырға ҡарар итә.

“Башҡортостан геройҙары” – ил Президенты тәҡдим иткән “Геройҙар Ваҡыты” федераль проектының бер өлөшө. Төбәк программаһы сиктәрендә махсус операция яугирҙары араһынан яңы быуын идарасылар әҙерләнәсәк.

Уҡытыу бер көнлөк тематик модулдәр форматында үтә. Улар партия майҙансыҡтарын, сәйәси эште, һайлау кампанияларының үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙе һәм проекттар эшләүҙә ҡатнашыуҙы үҙ эсенә ала. Программа сиктәрендә тәжрибәле сәйәсмәндәрҙән һәм эксперттарҙан интерактив лекциялар һәм тренингтар ҙа үткәреләсәк.

“Башҡортостан Геройҙары” проектында ҡатнашыуға барлығы ике меңдән ашыу кеше ғариза килде. Һайлап алыу этабын үткәндәр өсөн июлдә уҡыуҙар башлана. Ә әлегә уларға республиканың сәйәси тормошон өйрәнеү өсөн яҡшы мөмкинлек бар.